Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
30 Март , 09:00

Талантлы, ижади ҡарашлы уҡытыусы

Винер Кәримов — мәртәбәле конкурстың лауреаты

Талантлы, ижади ҡарашлы уҡытыусы
Талантлы, ижади ҡарашлы уҡытыусы

Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2025” 35-се республика конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. “Башҡортостан” концерт залында республиканың иң яҡшы педагогтары йыйылды. 120-нән ашыу уҡытыусы һөнәрендә иң яҡшыһы булып танылыу өсөн көрәште. Улар араһында беҙҙең яҡташ та бар ине. Ҡариҙел 1-се мәктәбенең Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы-ойоштороусы Винер Кәримов “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаты булды.
Винер Әлфис улы үҙенең көслө рухлы, изге күңелле, ныҡлы ихтыяр көсөнә эйә булыуы менән һоҡландыра. Тормошта күп кенә ауырлыҡтар кисерергә тура килһә лә, киләсәккә ышанысын, донъяға яҡты ҡарашын юғалтмаған.
Винер Кәримов сығышы менән Ҡариҙел районының Кирҙә ауылынан. Унда белем алған, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, гер спорты менән шөғөлләнгән һәм спорт мастерына кандидат нормативтарын үтәгән. 2003 йылда мәктәпте тамамлағас, 17 йәшлек үҫмер 147-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм ауыл хужалығы бухгалтеры белгеслеге алып сыға. 2004 йылда армия сафына алына, Ростов өлкәһендә “Росич” махсус билдәләнештәге отрядта хәрби бурысын үтәй. Ошо ваҡытта уға ике тапҡыр Чечняла командировкала булырға тура килә. Унда хәрби бәрелештәр барған саҡ була. Хәрби бурыстарҙың береһен үтәгән саҡта, ҡайтырға бер нисә ай ғына ҡалғас, егет минаға эләгеп шартлай һәм аяҡһыҙ ҡала. Госпиталдән һуң инде нисек йәшәргә тигән һорау тыуа. Ошо саҡта ул атаһы Әлфис Мөҙәрис улының: “Бер ҡасан да бирешмәҫкә, тик алға барырға”, тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрә.
Күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Винер Кәримов Батырлыҡ ордены, “Спецназда хеҙмәт иткән өсөн” миҙалы, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы”, 1-се һәм 2-се дәрәжә “Хәрби хеҙмәттәге айырымлылыҡ өсөн” күкрәк билдәләре менән бүләкләнә.
Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Винер Әлфис улы Кирҙә мәктәбендә тарих, биология, донъя сәнғәт әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Бер үк ваҡытта балаларҙы гер спортына өйрәтә.

Һуңыраҡ атаһын — педагогик хеҙмәт ветеранын алмаштырып, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресен дә алып бара.
2014 йылда Винер Әлфис улы БДУ-ның Бөрө филиалында тарих факультетын тамамлай.
2018 йылда ярайһы ғына тәжрибә туплаған уҡытыусы Ҡариҙел 1-се мәктәбенә эшкә килә. Ул — шайморатов класы етәксеһе, Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы-ойоштороусы.
“Һәр бала үҙенә башҡа, һәр береһе үҙенсә һәләтле, уларҙы бер ҡалыпҡа һалырға ярамай”, — тип иҫәпләй һәләтле уҡытыусы. Шуға ла уны уҡыусылары ярата һәм хөрмәт итә. Ул һәр ваҡыт класта йылы, ышаныслы мөхит тыуҙырырға тырыша, балаларҙы илһөйәрлек эшмәкәрлегенә әүҙем ылыҡтыра. Уның эш алымдары теоретик әҙерлеккә генә ҡайтып ҡалмай, хәүефһеҙлек нигеҙҙәренә өйрәткәндә мөһим булған практик күнекмәләрҙе үҙләштереүгә лә йүнәлтелгән.
Уҡытыусы уҡытыу-тәрбиә биреү процесында илһөйәрлек тәрбиәһенә, хәрби шарттарҙа беренсел медицина ярҙамын күрһәтеү күнекмәләрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Фәнде уңышлы уҡытыу өсөн кабинет уҡыу материалдары, заманса техника менән тәьмин ителгән.
Винер Кәримов сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр араһындағы ярышта өс ҡабат “алтын” призер, “Йыл уҡытыусыһы-2016” конкурсының муниципаль этабында “Әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм илһөйәрлек өсөн” номинацияһында еңеүсе, “Йыл уҡытыусыһы-2018” конкурсы лауреаты, “Йыл уҡытыусыһы-2025” конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. “Кәрәҙ” 3-сө республика педагогик марафонының төбәк этабында еңгән район уҡытыусылары командаһы, “Экспромт” ирҙәр вокаль ансамбле ағзаһы ла ул. Шулай уҡ Винер Әлфис улы “Иң яҡшы Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы-ойоштороусы” республика конкурсында ла икенсе урын яулап, Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы дипломы менән бүләкләнде. Был уңыштар уның эшкә бирелгәнлеген һәм үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуын ғына күрһәтмәй, ә йәштәргә һәм хеҙмәттәштәренә өлгө лә булып тора. Яҡташыбыҙ ҙур ойоштороу һәләтенә эйә, ул йәш быуында Тыуған ил именлеге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙең мөһимлеген яҡшы аңлай.
Винер Кәримов — төрлө яҡлап һәләтле кеше. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулынан бары ла килә. Был һоҡланғыс кешелә бер юлы ихтыяр көсө, түҙемлек, яғымлылыҡ һәм изге күңеллелек кеүек сифаттар тупланған. Уның әйтеүе буйынса, көслө рухлы булыуы атаһынан килһә, йомшаҡлыҡ — әсәһенән, Динара Хәйрулла ҡыҙынан. Атаһы һәр ваҡыт улы Винерҙы һәм ҡыҙы Айгөлдө (Кирҙә ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй) маҡсатҡа ирешкәндә ныҡышмал булырға өйрәтә, ә әсәһе йылылыҡ һәм наҙ усағы була.
Винер Әлфис улының тормош девизы — “Еңергә һәм алға барырға”. Тормош ауырлыҡтарын лайыҡлы үткән көслө зат, һөнәренә ғашиҡ абруйлы уҡытыусы, иленә, йәнтөйәгенә йәш быуында һөйөү тәрбиәләүсе педагог булараҡ, һис шикһеҙ, киләсәктә лә еңеүҙәр көтөр уны.


Зөлфирә Сәфәрова.

Ҡариҙел районы.

Автор:
Читайте нас: