Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
28 Март , 09:07

“Танып” – чемпион

Күптән түгел Красноусольскийҙа 2010-2011 йылғы үҫмерҙәр араһында мини-футбол буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы беренселеге финалы үтте.

“Танып” – чемпион
“Танып” – чемпион

Унда Баймаҡ, Ғафури, Асҡын, Дыуан, Архангел һәм Балтас райондарынан төбәк ярыштарында еңеүсе командалар көс һынашты.
Районыбыҙ данын тәжрибәле тренер-уҡытыусы Денис Илдар улы Дүсмәтов етәкселегендәге “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексының “Танып” командаһы яҡланы.
Тәүге көндә “Танып” командаһы ике уйын уйнаны. Беренсеһендә Баймаҡ районы командаһын 5:0 иҫәбе, ә икенсеһендә Ғафури районы командаһын 4:2 иҫәбе менән еңде.
Ярыштарҙың икенсе көнөндә балтастар Архангел районы командаһын 2:1 һәм Асҡын районы командаһын 3:2 иҫәбе менән “тар-мар” итте.
Һөҙөмтәлә "Танып" командаһы “чемпион” исемен яуланы һәм Кубокка лайыҡ булды! Ә Нурлан Фәтхуллин ярыштарҙың “Иң яҡшы уйынсыһы” тип танылды.
Балтас районы “Танып” командаһы менән ғорурлана һәм уларға ҙур уңыштар теләй!

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:
Читайте нас: