Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған сарала тәүге номинацияла уҡыусылар эҙләнеү-тикшеренеү һәм төрлө жанрҙа ижади эштәр яҙһа, икенсе номинацияла улар Ришат Марат улы яҙған шиғырҙарҙы яттан һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар ғорурланып, һоҡланып тыңланы йәш таланттарыбыҙҙы.
Динә Солтанова, Адель Усманов, Илназ Фазылйәнов, Азалия Шәйхетдинова, Асель Хәйруллина, Тимур Рәжәпов, Зарина Хәйертдинова, Линиза Әхмәтханова, Ильяс Әйүпов, Рәдим Хәжимәрҙәнов, Динә Сафина, Яҙгөл Абрарова, Әнүәр Мулләхмәтовтың башҡорт телендә Ришат Марат улы яҙған шиғырҙарҙы шундай тасуири, хисле итеп уҡыуҙарын тыңлағас, “Ришат Марат улына лайыҡлы алмаш үҫә” , - тине ғорурланып залдағылар.
Был уҡыусыларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусыларына һәм ата-әсәләренә ҙур рәхмәт!
Наилә Имаева.