Йәнтөйәк
+11 °С
Ясно
Антитеррор

Май аҙағында һәм июндә сюрприз көтә

Аномаль эҫе килә. Ә ямғырҙар...    

Май аҙағында һәм июндә сюрприз көтәМай аҙағында һәм июндә сюрприз көтә
Май аҙағында һәм июндә сюрприз көтә

Май уртаһында Башҡортостанда һауа торошо ярайһы уҡ эҫе булды. Айҙың ҡалған ике аҙнаһында термометр бағанаһының +20, +25 градусҡа тиклем төшөүе, башлыса, +30 градусҡа яҡыныраҡ булыуы көтөлә. Синоптиктар һауа торошоноң эҫе булыуын фаразлай.

Май аҙағына һәм июнгә “Фобос” үҙәге белгестәре ентекле фараз бирҙе. Улар билдәләүенсә, һауа температураһының 21-23 һәм 28-31 майҙа +20, + 23 градусҡа тиклем бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә. Ҡалған көндәрҙә ныҡ эҫе була.

2 июндән көндөҙ +30 градусҡаса һәм төндә +16 градустан юғарыраҡ эҫе килә. Сираттағы һыуытыу 9 июндән башлана, һәм 14 июнгә тиклем һауа торошо тотороҡһоҙ була, һауа температураһы көндөҙ +13-тән +26 градусҡа тиклем үҙгәрә. 18-енән +25 градустан юғарыраҡ булыуы фаразлана. Төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһының +10-ҙан +16 градусҡа тиклем тирбәлеүе ихтимал.

Ямғырлы көндәр аҙ була, айҙың икенсе яртыһында бер нисә көн яуым-төшөм көтөлә.

 

Автор:
Читайте нас