Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Октябрь , 14:42

Абдулла ауылында заманса медпункт асылды

ФАП сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған.    

Ҡариҙел районының Абдулла ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Уны “«Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында төҙөйҙәр.

ФАП сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Унда фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмә, шулай уҡ медикаменттар һаҡлау урыны урынлаштырылған. Учреждениела 286 кеше хеҙмәтләндереләсәк, шуларҙың 42-һе – балалар.

"Яңы ФАП асыу – медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу буйынса бурыстарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа мөһим этап. Заманса ҡорамалдар һәм уңайлы эш шарттары иҫкәртеү һәм дауалауҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға, оҙайлы әүҙем тормошто тәьмин итеү өсөн халҡыбыҙҙың һаулығын нығытырға ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк”, — тине Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Бәйләнештә" Абдулла ауылының сәхифәһе. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: