Бөрө районының Березовка ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Яңы ФАП Березовка һәм Айгилде ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Был ауылдарҙа барыһы 314 кеше йәшәй, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңы бинала пациенттарға беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн барыһы ла бар, ул заманса стандарттарға тап килә.Хәҙер пациенттар диспансеризация, профилактика үтеү, льготалы рецептар алыу өсөн яҡты, уңайлы бинаға йөрөйәсәк.
ФАП “Һаулыҡ һаҡлау “ милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
“Яңы ФАП-та эшләй башлауымды түҙемһеҙләнеп көтәм. Пациенттарға һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙермен”, – ти фельдшер Раушания Колесникова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/807404#scroll.