Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы эш шарттары һөйөндөрә

Бахтыбайҙа яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы эш шарттары һөйөндөрә
Яңы эш шарттары һөйөндөрә

Бөрө районының Бахтыбай ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Программаның маҡсаты билдәле инде – халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты Бөрө үҙәк район дауаханаһынан 25 километрҙа урынлашҡан. Барлығы 652 кешене хеҙмәтләндереләсәк. Модулле бина заманса стандарттарға һәм санитар талаптарға яуап бирә, бында кисектергеһеҙ, планлы һәм ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар. Һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин ителгән, электр уты селтәрҙәре үткәрелгән. Халыҡты юғары категориялы фельдшер Нина Байрамова ҡабул итәсәк. Ул Бахтыбайҙа 1997 йылдан эшләй.

–Яңы ФАП-та эш башлауыма шатмын. Эш шарттары яҡшы, пациенттарға ла бында килеүе уңайлы буласаҡ,– ти фельдшер.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова

Яңы эш шарттары һөйөндөрә
Яңы эш шарттары һөйөндөрә
Автор:
Читайте нас: