Башҡортостандың Ҡариҙел районында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса Мерәсем йылғаһы аша күперҙе ремонтлайҙар, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығында.
Яугилде ауылы янындағы 41,2 метр оҙонлоҡтағы объектта таяуҙарҙы, тороҡтарҙы һәм тротуарҙарҙы яңырталар, шулай уҡ һыу ағыҙғыс ҡоролмалар һәм барьер ҡоймалары ҡуялар.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, эштәр ваҡытында белгестәр күперҙең бер һыҙатында хәрәкәтте ябып тора. Төҙөкләндереүҙе 2025 йылдың аҙағынаса тамамлау планлаштырыла. Сараларҙың хаҡы 36 миллион һум тәшкил итә.