Бөтә яңылыҡтар

Ҡариҙел эшҡыуарҙарының проекттары күп

Ҡариҙел районында эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса бер нисә мәсьәлә ҡаралды. 

Ҡариҙел эшҡыуарҙарының проекттары күп
Ҡариҙел эшҡыуарҙарының проекттары күп

Ҡариҙел районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы үткәрелә. Эшҡыуарҙар ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүен дауам итә, ә муниципалитет уларҙы бизнестың аяҡҡа баҫыу һәм үҫеш этаптарында оҙатып бара.

Яңы Бәрҙәш ауылында пилорама эшләй башларға ниәтләйҙәр. Проекттың инициаторы – Шамил Хисмәтуллин. Ул 2015 йылдан алып эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып бара, ҡуртымға алынған ер участкаһында ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Уның таҫма пилорамаһы, тракторҙары, манипуляторлы йөк автомобиле бар. Ағас-таҡтаға һорауҙың артыуын иҫәпкә алып, ул пилорама төҙөргә булған, бының өсөн Яңы Бәрҙәш ауылынан ер участкаһы һатып алырға ниәтләй.

"Урман сәнәғәте комплексында яңы техникаға һәм ҡорамалға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика программаһында ҡатнашыу өсөн уны оҙатып йөрөүҙә булышлыҡ итербеҙ", – тине хакимиәт башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыларҙың береһе Данил Солтанов район биләмәһендә кешеләр һәм муниципаль предприятиелар өсөн торлаҡ һәм торлаҡ булмаған йорттар төҙөү менән шөғөлләнә. Етештереүҙе киңәйтеү өсөн былтыр бетон болғаусы техника һатып алынған.

"Уға муниципаль программа сиктәрендә сығымдарҙы ҡаплау менән ярҙам итергә тырышырбыҙ", – тине район башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева

Башҡортостан

Ҡариҙел эшҡыуарҙарының проекттары күп
Ҡариҙел эшҡыуарҙарының проекттары күп
Автор:
Читайте нас: