Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2023, 09:08

Мәктәп - ауылдың йөрәге

Ауырғазы районында капиталь ремонттан һуң Көйәҙебаш ауылы мәктәбе асылды.

Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылында капиталь ремонттан һуң мәктәп асылды. Бина "Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау" федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелгән, уны үтәү "Мәғариф" милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

Барлыҡ эштәр билдәләнгән ваҡытта башҡарылған һәм хәҙер балалар яңы заманса йыһазлы матур, сағыу кластарҙа уҡыясаҡ. Яңы уҡыу йылында парта артына 146 уҡыусы ултырған. Һигеҙ уҡыусы өсөн быйыл – сығарылыш, ә 20 беренсе класс уҡыусыһы өсөн яңы белем алыу юлындағы беренсе баҫҡыс була. Класс кабинеттары кәрәкле ҡорамалдар: компьютерҙар, проекторҙар, интерактив таҡталар, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен үткәреү өсөн манекен-тренажерҙар һәм башҡалар менән йыһазландырылған.

"Ауыл өсөн мәктәп – ул төп урын, бөтә халыҡты йәлеп итеү үҙәге. Иң мөһиме, унда балаларға уңайлы ғына түгел, ҡыҙыҡлы ла булһын. Был мәктәп стенаһынан иҫ киткес кешеләр һәм ваҡыт үтеү менән беҙҙең район һәм республикабыҙ мәнфәғәтен үҫтерә алырҙай яҡшы белгестәр сығыр, тип ышанам. Ошо уҡыу йылы һеҙҙең барығыҙға ла яңы үрҙәр яулауға этәргес бирһен! ", – тине Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-22/m-kt-p-auyldy-y-r-ge-3449296

Автор:
Читайте нас: