Мишкә үҙәк район дауаханаһы заманса видеоэндоскопик ҡорамал алды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Белгестәр аңлатыуынса, ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренә дусар пациенттарҙы диагностикалау һәм дауалау өсөн ҡулланылған аппарат комплексы тураһында һүҙ бара.
Медицина ҡорамалы ярҙамында юғары теүәллек менән биологик материал алыуҙы башҡарырға, эске ағзалар төҙөлөшөн ҡарарға, тейешле дауалау сараларын үткәрергә мөмкин.
Дауахананың баш табибы Валерий Гәрәев әйтеүенсә, медицина тикшеренеүенең был төрө патология үҫешен динамикала күҙәтергә мөмкинлек бирә. “Өҫтәүенә был диагностика ҡорамалын ҡулланыу пациенттар өсөн хәүефһеҙ, сөнки гастроскоп һығылмалыраҡ һәм ауырыуҙарҙа кире эҙемтәләр тыуҙырмай. Лайлалы тиресәне, ваҡ тамырҙарҙы һәм башҡа эске ағзаларҙы аныҡ күреү мөмкинлеге теүәл диагноз ҡуйырға ярҙам итә”,– ти баш табип.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шулар араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.
Фото: Мишкә үҙәк район дауаханаһы.