Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Сентябрь 2023, 10:09

Күрһәткестәр артырға тейеш

Ғинуар-августа Башҡортостанда ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән.

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһында 2023 йылдың һигеҙ айында 2 миллион 83 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк. Августа сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 322 мең квадрат метр тәшкил итте, был 2022 йылға ҡарағанда 24 процентҡа күберәк.

– Былтыр Башҡортостанда рекордлы өс миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелде. Беҙҙең бурыс – торлаҡты сафҡа индереү күләмен арттырыу һәм йылды уҙған йыл кимәленән кәм булмаған күрһәткестәр менән тамамлау, – тине төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.

Дөйөм күләмдән 1,5 миллион квадрат метры халыҡ тарафынан сафҡа индерелгән (2022 йылдың ғинуар-авгусына ҡарата 12 процентҡа күберәк).

Төҙөлөш тармағы – граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм дөйөм иҡтисадты үҫтереү буйынса төп драйверҙарҙың береһе. Республикала халыҡтың уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу буйынса “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") төп бурысы торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыу һәм бер төркөм федераль һәм төбәк торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу аша хәл ителә. Был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-20/k-r-tkest-r-artyr-a-teyesh-3446708
Автор:
Читайте нас: