Благовар районының Ҡашҡалаша ауылы мәктәбендә “Мәғариф “ милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Образование”) “Үҫеш нөктәһе” барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә район хакимиәте.
Унда физика, химия, биология, экология фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнеү, робот техникаһы менән шөғөлләнеү өсөн кабинеттар йыһазландырылған. Урындағы уҡыусылар үҙәктең мөмкинлеге, йүнәлештәре менән танышып та өлгөргән.
-Бындай белем биреү үҙәктәре иң төпкөл ауылдарҙағы уҡыусыларға ла заманса технологиялар менән танышырға, ғәҙәти булмаған һөнәрҙәрҙә үҙҙәрен һынарға ярҙам итә, - тинеләр хакимиәттән.
“Мәғариф” милли проекты Рәсәйҙең барлыҡ балалары өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуға шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ил буйынса мәктәптәр, техникумдар , колледждар төҙөлә, яңыртыла, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Фото: “Башинформ”.