Башҡортостанда 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 12 юлды төҙөкләндереү күҙаллана. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо ете километр тәшкил итәсәк. Ҡала хакимиәте Шәфиев, Сакко һәм Ванцетти, Сәғитов, Карл Маркс, Комаров, Совет, Тыныслыҡ, Ибраһимов, Дуҫлыҡ, Нахимов, Коммунистик һәм Урау юл урамдары участкаларын ремонтлау өсөн төҙөүсөне билдәләү буйынса конкурс иғлан иткән.
– Был юл участкаларында социаль әһәмиәтле объекттар: гимназиялар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, дауаханалар, үҙәк китапхана, скверҙар һәм парктар, шулай уҡ футбол майҙансығы урынлашҡан. Шуға күрә киләһе йылда әлеге юлдарҙы норматив хәлгә килтереү планлаштырыла, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Бында подрядсылар асфальт-бетон япманы яңырта, юл тамғаларын һыҙа һәм юл ситтәрен эшләйәсәк. Үрҙә телгә алынған объекттарҙа юл эштәрен 2024 йылдың майында башлау күҙаллана. Эштәр 2024 йылдың сентябрь аҙағына тиклем дауам итә.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путин Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.