Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2023, 11:07

“Иң мөһиме–зыян килтермә!”

Пациент табипҡа күренгән мәлдән алып һауыҡҡанға тиклем һаҡсыл, иғтибарлы ҡараш, йылы мөнәсәбәт менән солғанғанда ғына уңышҡа өлгәшеп буласаҡ...

“Иң мөһиме–зыян килтермә!”
“Иң мөһиме–зыян килтермә!”

17 сентябрҙә Бөтә донъя пациенттар хәүефһеҙлеге көнө билдәләнә. Быйыл уның төп темаһы  – хәүефһеҙ медицина ярҙамы менән тәьмин итеү өсөн пациенттарҙы йәлеп итеү.  Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин медицина берләшмәһенең ни өсөн был көнгә иғтибар арттырыуын түбәндәгесә билдәләне:

– Медицинала  төп постулаттарының береһе – “Иң мөһиме – зыян килтермә!” Шуға күрә пациенттарҙың хәүефһеҙлеге – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Пациент табипҡа күренгәндән алып һауыҡҡанға тиклем һаҡсыл, иғтибарлы ҡараш, йылы мөнәсәбәт кисергәндә генә быға өлгәшеп буласаҡ. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә,  медицина ярҙамы күрһәтеү барышында пациенттар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре тиҙерәк һауығыуҙы, сифатлы һөҙөмтәне, хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Беҙҙең бурыс – пациенттың үҙен дауалаған табип менән мөнәсәбәтен яҡшыртыу, бәйләнешен нығытыу кәрәклеген аңлатыу.

 Медицина – ҙур хәүеф  хас булған өлкә.  Һәр манипуляция, әмәлиәт ниндәй ҙә булһа хәүеф менән янай. Шуға күрә пациенттың табипҡа сир билдәләре тураһында дөрөҫ мәғлүмәтте еткереүе, һаулыҡ торошондағы үҙгәрештәрҙе хәбәр итеүе, тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы эсеүе, сәләмәтлеген даими күҙәтеүе бик мөһим. Пациенттарҙың һәм уларҙың яҡындарының был процеста әүҙем ҡатнашыуы медицина ярҙамын хәүефһеҙерәк итәсәк.

Пациенттың хәүефһеҙләген контролләү өсөн беҙҙә “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” Федераль закон эшләй. Ундағы биш статья медицина эшмәкәрлегенең бөтә кимәлендә сифат һәм хәүефһеҙлекте контролләүгә арналған. Һәр медицина ойошмаһында был эш алып барыла, эске контроль хеҙмәте бар. Медицина учреждениеларын яңыртыу, заманса ҡорамалдар, медицина транспорты менән йыһазландырыу буйынса дәүләт программалары ҡабул ителгән.Быларҙың барыһы ла пациенттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ярҙам итәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-18/i-m-ime-zyyan-kilterm-3442767
“Иң мөһиме–зыян килтермә!”
“Иң мөһиме–зыян килтермә!”
Автор:
Читайте нас: