Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2023, 10:26

Полина һәр яҡлап та килгән

Һәләтле ҡыҙ “Таврида.Арт” йәш сәнғәт фестиваленә барҙы. 

Балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, “Көнбағыш” өлгөлө вокаль ансамбленең өлкән төркөмө солисы, Сибай ҡалаһынан Полина Воронова “Беренселәр хәрәкәте” бөтә Рәсәй проектында ҡатнашыусылар составына инде һәм “Таврида.Арт” йәш сәнғәт фестиваленә саҡырылды. Сара "Мәҙәниәт" милли проектының маҡсаттарына тап килә.

“Таврида.АРТ” фестиваленең ҙур сәхнәһендә бергә сығыш яһау өсөн 49 төбәктән Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауышы Ҡырымға барған! 10 көн дауамында балалар профессиональ музыканттар менән шөғөлләнә, Беренселәр хоры йырҙарын өйрәнә, эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша һәм текә артистар менән осрашты. Фестивалдә “Беренселәр хоры” төркөмө составында билдәле артистар Олег Газманов һәм Ваня Дмитриенко менән Максим Фадеевтың “Балаларға әйтегеҙ” композицияһын башҡарҙылар.

Полина Воронова 10 йыл инде “Көнбағыш” вокаль ансамблендә шөғөлләнә, ул – төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаты, ике тапҡыр “Урал аръяғы тауышы. Балалар” фестивале финалсыһы. Ул 1-се мәктәптә уҡыу үҙидараһы президенты, волонтерҙар хәрәкәтен, ижадты үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән төрлө саралар ойоштора. Киләсәктә үҙен ҙур сәхнәлә күрә, вокал, актер оҫталығы өлкәһендә үҫешергә теләй.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-18/polina-r-ya-lap-ta-kilg-n-3442625
Автор:
Читайте нас: