Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2023, 09:25

Яратып киләсәктәр

Мәсетле районында автоҡаласыҡ төҙөлә.    

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында балалар автоҡаласығын төҙөү эштәре дауам итә. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса бер миллион һум тәшкил итә. Төҙөкләндереү объектын район халҡы муниципалитеттарға йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, шул иҫәптән уйын һәм балаларҙы үҫтереү өсөн билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биргән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса тауыш биреү сиктәрендә һайлап алған.

Автомҡаласыҡ төҙөкләндерелгән биләмә уңайлы урында. Ул балалы ғаиләләр күпләп йәшәгән “йәш” биҫтәлә урынлашҡан. Биләмәлә “Көньяҡ” ял һәм мәҙәниәт паркы бар, унда балалар өсөн уйын элементтары, эскәмйәләр, япма аҫтында спорт тренажерҙары ҡуйылған. Бында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа йөрөргә ярата.

Һис шикһеҙ, автоҡаласыҡ бөтә мәсетлеләргә лә яратҡан ваҡыт үткәреү урынына әйләнәсәк. Килешеүгә ярашлы, бында яҡтыртҡыстар ҡуйыу, майҙансыҡты асфальт-бетон япмаһы менән ҡаплау ҡарала. Шулай уҡ юл тамғалары һыҙыла, туҡталыш һәм заправкалау станцияһы буласаҡ.

Ағымдағы йылда Мәсетле районында йәмғеһе өс объектта “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") буйынса эштәр алып барыла. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Мәсетле районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-14/yaratyp-kil-s-kt-r-3436583
Автор:
Читайте нас: