Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2023, 09:30

Уҡыусыларға яңы мөмкинлектәр асыла

Нуриман районының Оло Шиҙе мәктәбендә уҡыу тағы ла ҡыҙығыраҡ буласаҡ.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Нуриман районының Оло Шиҙе ауылы мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәге асылды. “Үҫеш нөктәләре” лабораторияһы робототехника, механика, мехатроника һәм программалау нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн физика, химия һәм биология, компьютер ҡорамалдары буйынса һанлы лабораториялар менән йыһазландырылған.

Уҡытыусылар өсөн “Үҫеш нөктәләре”н булдырыу – ул һөнәри үҫеш һәм квалификацияны күтәреү мөмкинлеге. Үҙәк ярҙамында уҡыусылар теоретик һәм практик белемдең кәрәкле күләмен аласаҡ, артабан ул дөрөҫ профессиональ юлды билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.

"Ошондай үҙәк ярҙамында уҡыусылар заманса технологиялар менән танышасаҡ, олимпиадаларға һәм конкурстарға әҙерләнә, үҙ һәләттәрен һәм компетенцияларын үҫтерә аласаҡ. Һәммәһен дә “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылыу менән ҡотлайым һәм артабан үҫешеүегеҙҙе теләйем! Һәр уҡыусы өсөн “Үҫеш нөктәһе” юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү юлында яңы баҫҡыс булһын!", – тине Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Нуриман районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-14/u-yusylar-a-ya-y-m-mkinlekt-r-asyla-3436573
Автор:
Читайте нас: