Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2023, 09:35

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Башҡортостанда эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн конкурс-телешоу уҙғарыла.

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!
Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Проект төбәк етештереүселәренә ярҙам итеүгә һәм популярлаштырыуға, шулай уҡ республика брендтарының танылыуын арттырыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

"Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ижади индустрия йүнәлештәрендәге эшмәкәрлекте үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, был өлкә вәкилдәре һәр ваҡыт үҙҙәре тураһында бөтә республикаға һөйләрлек ресурстарға эйә түгел. Бындай конкурстар республика эшҡыуарҙарын үҫтереүгә, уларҙың яратҡан шөғөлөн уңышлы һәм танылған бизнесҡа әйләндерергә булышлыҡ итә", — тип билдәләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Конкурста Башҡортостан Республикаһында еңел сәнәғәт һәм креатив индустрия йүнәлештәре — кейем, аяҡ кейеме, аксессуарҙар йәки ювелир биҙәүестәр һәм бижутерия етештереү өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм үҙмәшғүлдәр ҡатнаша ала.

Сара бер нисә этапта үтә. Ҡатнашыусыларҙы асыҡ онлайн-тауыш биреү көтә, унда иң күп тауыш йыйған 12 ярымфиналсы билдәләнә. Улар конкурстың телевизион өлөшөндә ҡатнашыуын дауам итәсәк. Жюри ағзалары өс еңеүсене һайлаясаҡ. Телешоу республика телеканалдарының береһендә трансляцияға сығасаҡ.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-14/esh-yuar-ar-e-e-s-n-3432298
Автор:
Читайте нас: