Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2023, 11:36

Зарарлы ғәҙәттәрҙән алыҫ торһондар

Саҡмағош районында сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында мәғлүмәт сәғәте ойошторолдо. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош ауылы уҡыусылары өсөн район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Айыҡлыҡ – йәшәү рәүеше” тигән мәғлүмәт сәғәте үткәрҙе, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Балалар менән эш алып барыу буйынса методист Ирина Ғәлиева зарарлы ғәҙәттәр, алкоголдең кеше организмына насар йоғонтоһо тураһында һөйләй.  Видеояҙма ла күрһәтелә. Балалар шулай уҡ һорауҙарға яуап бирә.

“Балаларға һаулыҡтың ниндәй бәхет икәнен аңлатырға тырыштыҡ. Һәр кем көслө, сәләмәт булғыһы, оҙаҡ йәшәгеһе килә бит”, – ти Ирина Ғәлиева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/564103#scroll.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2023-09-12/zararly-tt-r-n-aly-tor-ondar-3432601
Автор:
Читайте нас: