Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2023, 11:35

Хәҙер бөтә шарттар бар

Хәйбулла районының Первомайский ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан    

Йүнәтеү эштәре “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты буйынса башҡарыла. Был маҡсатҡа 6,5 миллион һум аҡса бүленә.

Бинаға капиталь ремонт үткәрелә, заманса тауыш, яҡтыртыу ҡорамалдары, музыка ҡоралдары, техника, мебель алына, яңы сәхнә кейемдәре тегелә. Хәҙер бында ижад менән шөғөлләнеү, мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бар шарттар ҙа бар, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/563601#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2023-09-13/h-er-b-t-sharttar-bar-3432633
Автор:
Читайте нас: