Ғафури районының Красноусол дауаханаһында “Флюоро-ПроГраф-РП” флюографик һанлы аппараты сафҡа индерелде. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсе звеноны яңыртыу” төбәк программаһы ярҙамында мөмкин булды.
Райондың ике меңгә яҡын кешеһе яңы ҡорамалда тикшереү үткән дә инде. Уларҙың өсәүһендә яман шеш табылған, был уларға махсус дауалауҙы ваҡытында билдәләргә мөмкинлек биргән.
Һанлы флюорография – күкрәк ситлеге ағзалары ауырыуҙарын диагностикалауҙы үткәреүҙең заманса алымы. Граждандарға йылына кәмендә бер тапҡыр флюорографик тикшереү үтергә кәрәк. Даими тикшереү төрлө шештәрҙе генә түгел, пневмонияны, туберкулезды һәм күкрәк ситлегендә үҫешкән башҡа патологик процестарҙы ла ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә.
– Яңы аппараттың уңайлылығын уның менән эшләгән дауахана хеҙмәткәрҙәре лә баһаланы. Штатив менән дистанцион идара итеү процесты еңеләйтә һәм тикшеренеүҙәр ваҡытын ҡыҫҡарта, ә айырым ҡуйылған ике штатив ярҙамында уның янына төрлө яҡтан барырға мөмкин, – тине Красноусол дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов.
Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: bit-service.org.