Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2023, 14:15

Төпкөлдә уҡығандар ҙа өйрәнә аласаҡ

Нуриман районына "Кванториум" мобиль технопаркы килде. 

Нуриман районында “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы эшләй башланы. Ҡала һәм райондар буйлап күсмә лабораторияларҙың йөрөүе “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған.

11-22 сентябрҙә тәжрибәле остаздар етәкселегендә 180 Нуриман уҡыусыһы “тәгәрмәсле технопарк”та эшләйәсәк. Ул техник һәм тәбиғи-фәнни йүнәлештәге ике яҡлы программалар буйынса белем алыу өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Балалар геомәғлүмәт технологиялары һәм аэротехнологиялар, сәнәғәт дизайны һәм робот техникаһы, виртуаль ысынбарлыҡ нигеҙҙәренә һәм башҡа йүнәлештәргә өйрәнәсәк. Ҡыҙыл Шишмә мәктәбенең өс кабинетында лазер станоктары, 3D-принтерҙар, 3D-ручкалар, квадрокоптерҙар, график планшеттар, квантумдар өсөн ҡорамалдар ҡуйылған. Уҡыусылар проекттар әҙерләйәсәк, ә йомғаҡлау сараһында проект төркөмөндәге эш һөҙөмтәләре менән таныштырасаҡ.

Башҡортостан Республикаһында тәүге "Кванториум" мобиль технопаркы 2020 йылда барлыҡҡа килде. Мобиль технопарктың төп идеяһы – ауылдарҙа һәм алыҫ биләмәләрҙә белем алыусыларға ла заманса юғары технологиялы ҡорамалдар базаһында уҡый алыу өсөн тигеҙ шарттар булдырыу, ҙур һорау менән файҙаланған инженер-техник һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Нуриман районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: