Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2023, 14:15

Льготалы лизинг ярҙамы

“Ҡарҙы таҙартыу, биләмәне йыйыштырыу һәм төҙөлөш эштәре өсөн дә үҙебеҙҙең мөмкинлек булманы...”

Төбәктең лизинг компанияһы Благовещендағы шәхси предприятиеға кәрәкле техника һатып алырға ярҙам итте. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ярҙам “Тарапром-Сервис” фирмаһына өҫтәмә ҡорамалдар менән фронталь тейәгес һатып алыу өсөн льготалы лизинг формаһында бирелә. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 2,9 миллион һум тәшкил итә. Предприятие ағас йәшниктәр етештереү менән шөғөлләнә.

“Элек ағас материалдарҙы һәм әҙер продукцияны тейәү өсөн сит ойошмаларҙың махсус техникаларын йәлеп итә инек. Ҡарҙы таҙартыу, биләмәне йыйыштырыу һәм төҙөлөш эштәре өсөн дә үҙебеҙҙең мөмкинлек булманы”, – тип һөйләне ойошманың төп вәкиле. Хәҙер был эштәрҙе компания үҙаллы башҡарасаҡ, был сығымдарҙы һиҙелерлек кәметәсәк һәм хеҙмәт һөҙөмтәлеген арттырасаҡ”.

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов билдәләүенсә: “Лизинг финанслауының льготалы шарттары арҡаһында предприятиелар ҡорамалдарҙы арзан хаҡҡа яңырта ала. Был бигерәк тә кредит банкы ставкаларының артыуы барышында көнүҙәк”.

Лизинг ярҙамы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күрһәтелде (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”).

Милли проектты ил Президенты Владимир Путин май указдары сиктәрендә раҫланы. Проекттың төп маҡсаттарының береһе – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һанын, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙы 25 миллион кешегә тиклем арттырыу.

Фотолар: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Таңсулпан Байтимерова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-13/lgotaly-lizing-yar-amy-3432279

Автор:Таңсулпан Байтимерова

Автор:
Читайте нас: