Нуриман үҙәк район дауаханаһында яңы медицина ҡорамалы – һанлы маммограф барлыҡҡа килде. Уны “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һатып алдылар. Хәҙер Нуриман районында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар, райондан сыҡмайынса, маммография үтә ала.
Маммография – ул һөт биҙе ауырыуҙарын, шул иҫәптән шеш характерындағы сирҙәрҙе инструменталь диагностикалауҙың скрининг рентгенологик алымы. Маммография 40 йәштән өлкән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға йыл һайын үткәрелгән тикшереү ысулы сифатында тәҡдим ителә. 40 йәштән алып маммография ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла, йыл һайын – 50 йәштән.
– Һөт биҙҙәре сире – ҡатын-ҡыҙҙарҙа киң таралған процесс. Төп бәлә шунда: бик күп пациенттар сирҙең һуңғы стадияһында ғына табипҡа мөрәжәғәт итә. Һөт биҙҙәре ауырыуҙарын иртә диагностикалауҙың асылы шунда: башланғыс стадияһында табылған сир уңышлы дауалана. Сирҙе ваҡытында диагностикалау мөһим, үҙеңдең һаулығыңа ҡарата мөнәсәбәтебеҙ тураһында етди уйланырға кәрәк, – тине Нуриман үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғайсин.
Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Нуриман районы хакимиәте.