Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Сентябрь 2023, 12:45

Уральск ауылында – яңы флюорограф

Учалы районының Уральск участка дауаханаһында яңы һанлы флюорограф урынлаштырылды

Учалы районының Уральск участка дауаханаһында яңы һанлы флюорограф урынлаштырылды.

Заманса аппаратты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение”)  тәүге звеноны яңыртыу буйынса төбәк программаһына ярашлы алдылар.

Был һанлы флюорографик ҡорамал хәүефһеҙ һәм сифатлы электрон һүрәттәр алыр

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-11/uralsk-auylynda-ya-y-flyuorograf-3430049ға ярҙам итә. Уға пленка талап ителмәй, һүрәтте шунда уҡ берҙәм медицина системаһына ебәрә.

“Яңы ҡорамалды ҡуйыр алдынан кабинетҡа капиталь ремонт яһалды. Аппарат аша тикшереү үткәндәр араһында Уральск ҡасабаһының ғына түгел, тирә-яҡ ауыл кешеләре лә бар”, – ти Учалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас: