Ошо көндәрҙә Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы трассаһындағы ремонт тамамланды. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект «Безопасные и качественные дороги») ярашлы башҡарылды.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, подряд ойошмаһы әле биш километр оҙонлоғондағы участокты ремонтлаған.
“Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлы Башҡортостандың таяныс селтәрҙәренең береһе. Трасса күп һандағы ауыл һәм ҡасабаларҙы транспорт элемтәһе менән тәьмин итә. Был юлдан күп кенә муниципаль-ара маршруттар ҙа үтә, – тип аңлаттылар Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. – Юлсылар асфальт япмаһын яңыртты, туҡталыштарҙы төҙөкләндерҙе, юл ситтәрен нығытты һәм һыҙаттар һалды".
Фото: “Башинформ”.