Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Сентябрь 2023, 14:50

Йәш спортсылар үҙҙәрен күрһәтер

Шахматсылар өсөн сәғәттәр, көрәшселәр өсөн гантелдәр, стеллаждар, плинттар, атлетика эскәмйәһе һәм башҡа кәрәк-яраҡ йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырырға булышлыҡ итер. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Әлшәй районы үҙәге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә яңы спорт инвентарҙары алынды. Был маҡсатта 300 мең һум аҡса бүленгән.

– Бындай ярҙам әлшәйҙәрҙе физик культураға һәм спортҡа йәлеп итер, тип ышанам. БР Спорт министрлығы спортты үҫтереүгә аҡса бүлеүҙе дауам итә.  “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә быйыл ғына 100 миллион һум аҡса бүленде. Барыһы ла граждандарыбыҙ һау-сәләмәт булһын өсөн эшләнә, – ти Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/561195#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2023-09-08/y-sh-sportsylar-ren-k-r-ter-3425594
Автор:
Читайте нас: