Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Сентябрь 2023, 09:41

Сентябрь аҙағында әҙер була

Өфөлә Сергей Аксаков исемендәге баҡса яңыртыла.

Өфөлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелеүен дауам итә. Быйыл ике ял итеү зонаһы төҙөкләндерелә, уларҙың береһе – Рәсәйҙең билдәле яҙыусыһы Сергей Аксаков исемендәге өфөләрҙең яратҡан баҡсаһы.

“Баҡса мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы булып тора, шуға күрә проект өҫтөндә тарихи күренеште мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу бурысы тора”, – тине Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

Атап әйткәндә, был Пушкин урамы яғындағы ҡапҡа ҡағыла. Уның элементтары – колонналар һәм антаблементтың өҫкө горизонталь ҡаплауы – ипләп кенә һүтелеп, реставрацияға ебәрелгән. Яңы нигеҙ һалына. Яңы Күпер урамы яғынан килгән яҡта яңы ҡапҡа ҡаршылай.

Әлеге ваҡытта баҡсала инженер коммуникациялары, шул иҫәптән тышҡы яҡтыртыу кабелдәре монтажлана, бордюрҙар һәм тротуар плитәһе, юлдар һалына, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыла. Йәшелләндереү әүҙем алып барыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған биләмә функциональ зоналарға бүленгән – ул тарихи аллея, күлдең яр буйы, әҙәби ҡунаҡхана, ваҡиғалар майҙансығы, балалар майҙансығы. Шулай уҡ йәштәрҙе бында скейт-парк көтә.

Оҙаҡламай баҡса яңынан ҡала халҡын ҡунаҡҡа саҡырасаҡ. Эштәрҙе тамамлау сентябрь аҙағына билдәләнгән.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-07/sentyabr-a-a-ynda-er-bula-3422889
Автор:
Читайте нас: