Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Сентябрь 2023, 09:40

Ҡалалар һәм ауылдар матурая

Башҡортостанда әүҙем рәүештә йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, республиканың 21 ҡалаһында һәм 47 ауылында (район үҙәктәрендә) ошондай эштәр башҡарыла.   

Төҙөкләндереүгә башлыса йәшелләндереү, юл түшәмен алмаштырыу, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу ҡаралған. Бынан тыш, проект заманса спорт майҙансыҡтары, скверҙар, уңайлы йәйәүлеләр зонаһы булдырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Халыҡ ҡала йәки ауылдың ниндәй өлөшөн төҙөкләндереүҙе, проект өсөн тауыш биреү нигеҙендә, үҙе һайлай.

Мәҫәлән, Кушнаренко районы үҙәгендә йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндерелгән, шул иҫәптән бында велосипедсылар өсөн махсус айырым юл, заманса яҡтыртыу системаһы, архитектура объекттары һәм ял итеү урындары барлыҡҡа килгән. Ә бына Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында элек ҡый үҫеп ултырған урында өр-яңы парк ҡалҡып сыҡҡан. Парк тәү сиратта йәш быуынды күҙ уңында тотоп эшләнгән. Ҡалтасыла ла балалар проект ярҙамында хәүефһеҙ һәм уңайлы майҙансыҡта уйнап-аунап үҫә. Күгәрсен районы Мораҡ ауылында иһә әлеге йәһәттән шулай уҡ йәштәр өсөн скейт-майҙансыҡ барлыҡҡа килгән.

Милли проект нигеҙендә әлеге мәлдә башҡарылып килгән эштәр бихисап. Әйтәйек, Туймазы, Октябрьский, Ағиҙел, Бәләбәй һәм Сибай ҡалаларында эштең ҡыҙған мәле. Ә Салауат, Дүртөйлө, Благовещенск, Белорет ҡалаларында төҙөкләндереү эштәре 80 процентҡа башҡарылған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө, Нефтекама, Ишембай, Дәүләкән, Күмертау һәм Мәләүез ҡалаларында төҙөкләндереү башланып тора. Ҡайһы бер проекттар 1 ноябргә тамамланырға тейеш булһа, ҡайһы бер объекттар 1 октябргә үк тапшырыласаҡ.

Ҡала-ауылдарҙы тәртипкә килтерергә Владимир Путиндың “май" указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” («Формирование комфортной городской среды») милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙам итә.

Һүрәттә: Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Стәрле йылғаһының төҙөкләндерелгән яры.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-08/alalar-m-auyldar-maturaya-3420970

Автор:
Читайте нас: