

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты буйынса «Агростартап» программаһы сиктәрендә Вил Билалов ике миллион 808 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамыналыуға иреште. Был аҡсаға ул 27 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр һатып алған. Уңған фермер киләсәктә һөтсөлөк трамағын үҫтереп, һөт продукцияһын етештерергә ниәтләй.
Бизнес-планға ярашлы ул ике кешегә эш урыны булдырған. Мал аҙығы үҫтереү өсөн ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 56 гектар ере, малдарҙы тотоу өсөн 1100 кв. метр майҙанлы бинаһы, кәрәкле техникаһы ла бар. Вил Рәфит улының барлыҡ пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!