Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Сентябрь 2023, 11:33

Китапхана үҙе килә

Яңауылдың үҙәк китапханаһы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.

Китапхана үҙе килә
Китапхана үҙе килә

"Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социомәҙәни реабилитациялауға булышлыҡ итеү маҡсатында Яңауыл районының үҙәк район китапханаһы ҡарамағындағы "Өмөт нуры" клубы инвалидтарға һәм өлкән йәштәгеләргә хеҙмәттәр алыуға һәм китапханаларҙы башҡа кешеләр менән бер рәттән файҙаланыуға ҡамасаулаған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.

Уҡыусыларға түбәндәге хеҙмәттәр күрһәтелә: китаптарҙы һәм ваҡытлы баҫмаларҙы өйгә килтереү; күреү һәләте боҙолған уҡыусылар өсөн – уҡығандары буйынса фекер алышыу менән өйҙә китаптар, журналдар һәм гәзиттәр уҡыу; тифлофлешплеерҙа тыңлау өсөн аудиокитаптар күсереп алыу.

Ижади реабилитация һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше булып тора. Был процесс кешенең шәхси потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итә, уның барышында ижадҡа ылыҡтырыла, яңы белем туплай, практик оҫталыҡтар ала, үҙенең художестволы һәләттәрен, телмәрен, моторикаһын, эстетик зауығын үҫтерә.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-06/kitaphana-e-kil-3420694
Автор:
Читайте нас: