Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Сентябрь 2023, 11:30

Ата-әсәләр үҙ күҙҙәре менән күрҙе

Борай районының Балалар ижады йорто һәм спорт мәктәбе асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе.    

Ата-әсәләр үҙ күҙҙәре менән күрҙе
Ата-әсәләр үҙ күҙҙәре менән күрҙе

Борай районында Балалар ижады йортоноң һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Асыҡ ишектәр көнө үтте. Сара "Демография" һәм "Мәғариф" милли проекттары сиктәрендә ойошторолдо.

Ҡунаҡтарҙы спорт йүнәлештәре менән таныштырыу һәм әле үк шөғөлләнгән балаларҙың уңыштарын күрһәтеү өсөн мауыҡтырғыс һәм ҡунаҡсыл формат һайлап алынды. Программала консультациялар, түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына яҙылыу, оҫталыҡ дәрестәре һәм күрһәтмә сығыштар булды.

Шулай уҡ был көндө Балалар ижады йорто асыҡ ишектәр көнө һәм ата-әсәләр йыйылышы үткәрҙе. Унда ҡатнашыуға Борай районының төрлө мәктәптәренән ата-әсәләр һәм уҡыусылар саҡырылды. Өҫтәмә белем биреү педагогтары робот техникаһы һәм программалау менән шөғөлләнеүҙең ни өсөн мөһим булыуын, 2023-2024 уҡыу йылында тормошҡа ашырыласаҡ өҫтәмә белем биреү программаларының исем туйын үткәрҙе.

Уҡыусыларҙың техник һәләттәрен үҫтереү, киләсәк технологияларын өйрәнеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ярҙамында мөмкин булды.

– Балалар ижады йортоноң һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең һәләтле, креатив һәм позитив тәрбиәләнеүселәренә һоҡланып ҡарайбыҙ. Уҡытыусыларға беҙҙең балаларҙың дәресендәге мөхитте күреү мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт, – тине тәрбиәләнеүселәрҙең береһенең әсәһе.

Фото: Борай районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-07/ata-s-l-r-k-re-men-n-k-r-e-3422870
Автор:
Читайте нас: