Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
6 Сентябрь 2023, 05:10

Өфөлә “Маркетинг мөхите” халыҡ-ара форумы үтәсәк

"Тап бында уңышлы үҫкән ойошмаларҙың тәжрибәһен үҙләштерергә, уҙаҡташтар һәм клиенттар табырға, бөтөнләй яңы маркетинг ҡоралдарын индереү буйынса чек-биттәр алырға мөмкин".

Өфөлә “Маркетинг мөхите” халыҡ-ара форумы үтәсәкӨфөлә “Маркетинг мөхите” халыҡ-ара форумы үтәсәк
Өфөлә “Маркетинг мөхите” халыҡ-ара форумы үтәсәк

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 13 сентябрҙә Өфөлә “Маркетинг Мөхите” халыҡ-ара форумы үтәсәк. Проектты Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында “Минең бизнесым” үҙәге, “Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тормошҡа ашыра.

- “Маркетинг Мөхите” - Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән эшҡыуарҙарҙы, маркетологтарҙы, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендәге эксперттарҙы берләштергән уникаль майҙансыҡ. Тап бында уңышлы үҫкән ойошмаларҙың тәжрибәһен үҙләштерергә, уҙаҡташтар һәм клиенттар табырға, бөтөнләй яңы маркетинг ҡоралдарын индереү буйынса чек-биттәр алырға мөмкин, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Быйыл форумда ҡатнашыусыларҙы көтәләр:

- “Киләсәк ойошмалары” конференцияһы – өлкәнең алдынғы белгестәре тиҙ үҙгәреүсән шарттарҙа нисек уңышҡа өлгәшеү, ниндәй компанияларҙың уңыш ҡаҙаныуы һәм үҫеш өсөн нимә кәрәклеге тураһында ҡиммәтле кәңәштәр бирәсәк;

- “Франшизалар өсөн маркетинг” семинары эш ҡоралдарын ҡулланып, маркетингка һөҙөмтәле идара итергә теләүселәр өсөн;

- нейронкалар һәм яһалма интеллект ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре: чек-биттәр һәм инструкциялар;

- нетворкинг- офлайн һәм онлайн тәртиптә булған файҙалы бәйләнештәр һәм танышыуҙар.

Уҙғарыу урыны: Ҡала мәҙәниәт һарайы, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 137.

Башлана - 10.00 сәғәттә. Ҡатнашыу бушлай.

Һылтанма буйынса теркәлеү: http://marketingsreda.ru/p/81/

Шулай уҡ бот аша теркәлергә мөмкин: https://t.me/marketingsreda_bot

Теләгәндәргә онлайн рәүештә тоташыу мөмкинлеге биреләсәк.

Өҫтәмә мәғлүмәтте “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса – : +7 (347) 224-99-99 “Минең бизнесым” үҙәге консультанттарынан алырға мөмкин.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-05/f-l-marketing-m-hite-haly-ara-forumy-t-s-k-3420587
Автор:
Читайте нас