

Легендар башҡорт геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен күреү минең өсөн бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Сөнки атайым нәҡ ошо данлыҡлы дивизияла яу юлын уҙа. Һәйкәлдәге һүрәттәр араһынан, әйтерһең, атайым ҡарап торғандай булды миңә. Яҡутов паркында ла булдыҡ.
Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөү ҙә бик күңелле булды. Яр буйында теҙелгән матур аҡ йорттар, йәшеллек, тын ғына ағыусы Ағиҙел йылғаһы, яңғыраған башҡорт көйҙәре оҙон юлда арып килеүселәргә ял бирҙе. Үҙебеҙ ҙә рәхәтләнеп йырлап, бейеп, күңелдәрҙе күтәрҙек.
Теплоходта ялдан һуң Өфөнөң иң матур һәм иң иҫтәлекле урыны – Салауат Юлаев һәйкәленә барҙыҡ. Юл ыңғайы телеүҙәкте, “Торатау” Конгресс-холын ҡараныҡ, һәйкәл эргәһендә иҫ киткес матур сәскәләргә ҡарап һоҡландыҡ. Был ғәжәйеп матурлыҡ янында туйғансы фотоға төштөк.
Ошондай матурлыҡты булдырыусыларға һәм уны төҙөүселәргә мең рәхмәт. Бында күҙ генә түгел, ә күңел дә ял итә һәм башҡалабыҙға ҡарата хөрмәт төйғоһо ла уяна.
Беҙҙең өсөн шундай матур, фәһемле сәйәхәт ойоштороусыларға, шул иҫәптән Эльза Ҡәҙим ҡыҙына, Әлфиә һеңлебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Айырым рәхмәтебеҙ беҙҙе оҙатып йөрөүсе фельдшерыбыҙға һәм Айгөл Нартдиноваға, шулай уҡ водителдәребеҙгә. Өфө шул тиклем матур, төҙөк ҡала. Башҡаларға ла шулай уны барып күрергә яҙһын!" - тип тәьҫораттары менән бүлеште Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:социаль турҙарҙы БР Туризм буйынса дәүләт комитеты БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципалитеттар менән берлектә ойоштора. Шулай уҡ быға республиканың Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары союзы ла булышлыҡ күрһәтә.
Туристарҙың йәш сикләүе лә бар: ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-ат 60 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш. Проектта бушлай (туҡланыу ғына үҙ иҫәбеңә) йылына бер тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлеп, үҙегеҙ теләгән тур йә маршрутҡа яҙылырға кәрәк.
Наилә Имаева.