

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Юл буйы хеҙмәтләндереүе объекты менән район хакимиәте башлығы ла танышты. Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” бында үтте, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ҡунаҡханала 10 номерҙа 40 кешегә урын ҡаралған. Туҡланыу, ял итеү урындары, душ, бәҙрәф, кер йыуыу өсөн уңайлыҡтар бар. Киләсәктә кафе, машина ҡуйыу урыны ла эшләү планлаштырыла.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” район хакимиәтендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Унда һәр кем үҙ проектын тәҡдим итә ала.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/535213#scroll.
Автор:Гөлшат Ҡунафина