Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2023, 09:34

Төҙөүселәр ярыша

Еңеүселәр Санкт-Петербургта үтәсәк Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионатына барасаҡ    

Төҙөүселәр ярыша
Төҙөүселәр ярыша

18 майҙа Башҡортостанда “Иң яҡшы каркас-көпләү конструкциялары монтажсыһы” һәм “Иң яҡшы штукатур” номинациялары буйынса “Төҙөлөш мастеры” милли оҫталыҡ конкурсының беренсе этабы үтә. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ул Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 174) базаһында ойошторола.

Конкурстың теоретик өлөшө 15 һорауҙан тора. Практик өлөштә ҡатнашыусылар номинациялар буйынса конкурс эштәрен башҡарасаҡ.

– Бындай һөнәри оҫталыҡ конкурстары – төҙөлөш комплексы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең тотош системаһы йүнәлештәренең береһе. Кадрҙар мәсьәләһе һәр ваҡыт өҫтөнлөклө һанала, ул 2035 йылға тиклем үҫеш перспективаһы менән Рәсәйҙең Төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү стратегияһына индерелгән, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов.

Төбәк этаптары Рәсәйҙең 46 субъектында уҙа. Ике конкурстың да еңеүселәре бөтә Рәсәй этабына юлланасаҡ, уны октябрҙә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионаты сиктәрендә үткәреү планлаштырыла.

Башҡортостандың төҙөлөш комплексын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙың төп күрһәткесе булып торған төбәктә торлаҡты сафҡа индереү күләмен арттырыу өсөн кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин тәҡдим иткән милли проект торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына кәмендә 120 миллион квадрат метрға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: bskstroy.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-05-10/t-sel-r-yarysha-3252222
Төҙөүселәр ярыша
Төҙөүселәр ярыша
Автор:
Читайте нас: