Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль 2023, 12:15

Яңы медицина ҡорамалы ҡайтарылды

Тулыраҡ:

Яңы медицина ҡорамалы ҡайтарылды
Яңы медицина ҡорамалы ҡайтарылды

Балтас үҙәк район дауаханаһына «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһы сиктәрендә һатып алынған үпкәне яһалма елләтеү аппараты ҡайтарылды.

Яңы медицина ҡорамалдарының төп өҫтөнлөгө - эште пациенттың ихтыяжына яраҡлаштырыу. Аппарат елләтеү параметрҙарын сирленең хәленә ҡарап автоматик рәүештә үҙгәртә ала. Уның автономлы режимда эшләүе ихтимал, сөнки уға аккумулятор ҡуйылған. Аппарат дисплейы бөтә һанлы параметрҙарҙы һәм респиратор графикты сағылдыра.

«Дауаханала ошондай заманса аппараттың булыуы, мөһимлеге һәм кәрәклеге баһалап бөткөһөҙ. Ул районыбыҙ халҡының һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау өсөн хеҙмәт итһен», - тине дауахананың баш табибы Салауат Ғилметдинов.

Гөлназ Ғәлләмова.

Яңы медицина ҡорамалы ҡайтарылды
Яңы медицина ҡорамалы ҡайтарылды
Читайте нас: