Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ғинуар 2023, 10:00

Сертификат кемдәргә бирелә?

Республика халҡы 20 меңдән 50 мең һумға тиклем суммалы сертификат алыу мөмкинлегенә эйә.

Сертификат кемдәргә бирелә?
Сертификат кемдәргә бирелә?

2023 йылда Башҡортостанда белем биреү сертификаттарын алыусылар һаны ике тапҡырға тиерлек арта. Быйыл төбәктә 700 кеше һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем алыуға мәғариф социаль сертификаттарын алыу мөмкинлегенә эйә.

Сағыштырыу өсөн, 2022 йылда 400-ҙән саҡ ҡына күберәк сертификат тапшырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай сертификаттар мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған граждандарға, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарға, шулай уҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итергә ниәтләгән пенсионерҙарға бирелә. Бынан тыш, 2023 йылдан белем биреү сертификаттарын алыуға дәғүә итә алған граждандарҙың яңы категорияһы барлыҡҡа килде – улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар.

Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” (“Производительность труда и поддержка занятости”) милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: info67.ru 

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-14/sertifikat-kemd-rg-birel-3105592?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: