Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ноябрь 2022, 09:05

Ике мең кешене ҡыуандырҙылар

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов шул хаҡта белдерҙе.

Ике мең кешене ҡыуандырҙылар
Ике мең кешене ҡыуандырҙылар

Быйыл 10 айҙа Башҡортостанда тағы ике мең алданған өлөшсө торлаҡ мәсьәләһен хәл итте. Намыҫһыҙ төҙөүселәр тарафынан зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтары федераль механизмдар, шулай уҡ республика көсө менән тергеҙелә.

- 2020 йылдан барлығы ете мең тирәһе алданған өлөшсө үҙ хоҡуғын тергеҙҙе – төҙөүселәр үҙ бурысын үтәмәгән, төҙөлмәгән торлаҡ өсөн граждандар фатир йәки аҡсалата компенсация алды. 2023 йыл аҙағына тиклем өлөшләтә төҙөлөштә зыян күргәндәрҙең барыһының да проблемаларын хәл итергә тейешбеҙ, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Түләүҙәр бирелә башланғандан алып өс мең граждан 8,5 миллиардтан ашыу һумлыҡ компенсацияға эйә булды. Быйыл уларҙан түләүҙәрҙе 1535 кеше алды. Сумма биш миллиард һумдан ашты.

Биләмәләр үҫеше фондының баш идарасы директоры Константин Тимофеевтың белдереүенсә, октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Берҙәм проблемалы объекттар реестрынан алынған объекттар иҫәбе буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә ингән. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: rbi.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-15/ike-me-keshene-yuandyr-ylar-3029728
Ике мең кешене ҡыуандырҙылар
Ике мең кешене ҡыуандырҙылар
Автор:
Читайте нас: