Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Октябрь 2022, 09:00

Тәтешлеләр ҡыуанысы

Эштәр аҙағына яҡынлаша, видеокүҙәтеү системаһы, фонтан һәм шлагбаум ҡуйыласаҡ.

Тәтешлеләр ҡыуанысы
Тәтешлеләр ҡыуанысы

Тәтешле районы халҡы үҙҙәренең яратҡан урыны – Үрге Тәтешлеләге Бармыш йылғаһы быуаһы янындағы йәмәғәт урынын күреп ҡыуана. Өйрәнелгән, ғәҙәти был урынды шул тиклем дә үҙгәртеп була икән, тип ғәжәпләнә улар. Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

2021 йылдан алып йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылған – тротуарҙар һалынып бөткән, бордюр таштары ҡуйылған, быуа төбө таҙартылған, пляж һәм балалар зоналарында ер эштәре башҡарылған, яҡтыртылған, эскәмйәләр яңыртылған, өс беседка ҡуйылған, уларҙа резина япма һалырға ғына ҡалған.

Пляж һәм балалар зонаһында эш аҙағына яҡынлаша: пирс, күҙәтеү майҙансығы, кейенеү бүлмәһе тиҙҙән әҙер буласаҡ. Ошо көндәрҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығы өсөн нигеҙ әҙерләнә башлаған.

Тиҙҙән эштәр финиш һыҙығына сығасаҡ, видеокүҙәтеү системаһы, фонтан һәм шлагбаум ҡуйыласаҡ. Ләкин әленән үҙгәргән ял итеү зонаһы урындағы халыҡты йәлеп итә: был урынды коляскалы әсәләр, пенсионерҙар ярата, балалар скейтта һәм велосипедта йөрөй.

– Барыбыҙ ҙа эштәрҙең тамамланыуын һәм яңырған урындың асылыуын көтәбеҙ. Бында һәр кем ял итә аласаҡ: йөрөп килергә, эскәмйәлә ултырып алырға, балыҡтарҙы ашатырға, ә йәй көнө һыу инергә, ҡыҙынырға, балалар менән уйнарға мөмкин. Иң мөһиме, ял итеү өсөн алыҫҡа барырға кәрәкмәй, – тине ошо ауыл кешеһе Фәнүзә Юлдашева.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/326260

Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-06/t-teshlel-r-yuanysy-2979693

Тәтешлеләр ҡыуанысы
Тәтешлеләр ҡыуанысы
Автор:
Читайте нас: