Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Сентябрь 2022, 10:39

Шау-шыулы ҡала ялҡытһа

Һуңғы йылдарҙа фатирҙарҙан шәхси йорттарға йәшәргә күсеүселәр күбәйҙе

Шау-шыулы ҡала ялҡытһа
Шау-шыулы ҡала ялҡытһа

2022 йылда дәүләт программаһының яңыртылыуы менән бәйле  Россельхозбанктың Башҡортостандағы 380-дән ашыу заемға алыусыһы дөйөм суммаһы 1 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән кредит алды. 2020 йылдан, программа эш башлағандан алып, банктың төбәктәге филиалы республикала йәшәгәндәргә 8,5 миллиард һумлыҡ льготалы ауыл ипотекаһын биргән.

- “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһында барлыҡҡа килгән ауыл ипотекаһы ауылдағы торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн иң уңайлы инструментҡа әйләнде, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – 2021 йылда республика төбәктәр араһында ауыл ипотекаһы буйынса кредиттар биреү буйынса лидер булды. Бөгөн Башҡортостан, айырым алғанда Россельхозбанк, был программа буйынса килешеүҙәр йәһтенән йәнә - алдынғылар рәтендә.

Ауыл ипотекаһы буйынса бирелгән аҡса иҫәбе буйынса Өфө, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алда бара. Күптәр – 80 процент – әҙер өйҙө һатып алыуҙы хуп күргән. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең 20 проценты төҙөлөш өсөн ипотека алған.

- Һуңғы йылдарҙа граждандарҙың фатирҙарҙан шәхси йорттарға күсеүе күҙәтелә. Ауыл ипотекаһы был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн матур мөмкинлек бирә, - тип белдерҙе Россельхозбанктың Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Алексей Самсонов. – Ауылда йәшәгәндәр ауыл ипотекаһы ярҙамында уңайлы күсемһеҙ милек алыу һәм йәшәү шарттарын һиҙелерлек яҡшыртыу мөмкинлегенә эйә булды. Ә ҡалала йәшәгәндәрҙең күбеһенә шау-шыулы мегаполистарҙан экологик йәһәттән таҙа райондарға күсергә булышлыҡ итте. Беҙҙең төбәктә был программа 45 йәшкә тиклемгеләрҙә күберек файҙаланыла.

Белеүебеҙсә, “Ауыл ипотекаһы” программаһы ярҙамында граждандар 3 процент ташламалы ставка менән кредитты ауыл ерендә шәхси  йорт һатып алыу йәки төҙөү өсөн рәсмиләштерә ала. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: zizh.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Шау-шыулы ҡала ялҡытһа
Шау-шыулы ҡала ялҡытһа
Автор:
Читайте нас: