Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Сентябрь 2022, 09:05

“Киләсәккә билет” проекты стандарҡа әүерелде

Ул балаларға һөнәр һайларға ярҙам итә

“Киләсәккә билет” проекты стандарҡа әүерелде
“Киләсәккә билет” проекты стандарҡа әүерелде

Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Киләсәккә билет” проекты илебеҙҙә һөнәри йүнәлеш стандартына әүереләсәк. Методик тәҡдимдәр “Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәктәбе" проекты өсөн эксперттар, педагогтар ҡатнашлығында төҙөлгән һәм тотош саралар йыйылмаһын үҙ эсенә алған. Ул уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен, кадрҙар  ихтыяжын, илдәге хеҙмәт баҙары шарттарын иҫәпкә алып, балаларға һөнәр һайларға ярҙам итә.

– “Киләсәккә билет” – мәктәптең, муниципалитеттарҙың, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркының, һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмаларының, эш биреүселәрҙең һәм проект партнерҙарының үҙ-ара эш итеү системаһын барлыҡҡа килтергеүгә өлгәшкән проект, – тине “Киләсәккә билет” проектының төбәк операторы булған Башҡортостандың йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәләмова. – Был системаның ыңғай һөҙөмтәгә көйләнеүе, уҡыусыларҙың һөнәри үҫеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу мөмкинлеген биреүе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Әйткәндәй, проект шулай уҡ Рәсәй эксперттарынан да ыңғай баһа алды. Уның концепцияһы Мәғарифты үҫтереү стратегияһы институтында өҫтәмә тикшерелде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/307117

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/307117

 

Автор:Лилия Давлетбакова
“Киләсәккә билет” проекты стандарҡа әүерелде
“Киләсәккә билет” проекты стандарҡа әүерелде
Автор:
Читайте нас: