Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Сентябрь 2022, 09:00

Диализ үҙәге асылды

”Ағиҙел” стационарында белгестәр көн һайын егерменән ашыу пациентҡа ярҙам итәсәк...

Диализ үҙәге асылды
Диализ үҙәге асылды

Иглин районы үҙәгендә бөйөр сиренән яфаланғандар өсөн амбулатор диализ үҙәге асылды, тип хәбәр итә райондың бизнес-шерифы Артур Иҙрисов. ”Ағиҙел” стационарында белгестәр көн һайын егерменән ашыу пациентҡа ярҙам итәсәк. Тәүге эш этабында 10-15 медицина хеҙмәткәре ауырыуҙарҙы ҡабул итәсәк.

“Бындай мөһим учреждениены булдырыу идеяһын эшҡыуарлыҡ сәғәтендә хупланыҡ. Объект өсөн элекке санэпидстанция бинаһы бүленде. Бөтә тейешле рәсмиләштереү эштәренән һуң,  һатыуҙарҙы үтеп, инвестор бинаны һатып алды. Аҙаҡ ремонт һәм үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарылды, медицина кабинеттары проектланды һәм ҡорамалдар алынды. Район хакимиәте үҙәккә коммуникацияларҙы үткәрергә һәм тоташтырырға ярҙам итте”, – тип яҙа социаль селтәрҙә Артур Иҙрисов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Диализ үҙәге асылды
Диализ үҙәге асылды
Автор:
Читайте нас: