Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2022, 09:28

Ике оҫтахана асылды

Стәрлетамаҡ политехник колледжында ике оҫтахана барлыҡҡа килде.

Ике оҫтахана асылды
Ике оҫтахана асылды

“Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Йәш профессионалдар” федераль проекты сиктәрендә ике яңы оҫтахананы асыу тантанаһы уҙҙы.  Улар “Сәнәғәт һәм инженер технологиялары” йүнәлеше буйынса заманса матди-техник база менән йыһазландырылған.

 “Һанлы идара менән станоктарҙа токарь эше”, “Табаҡ металын эшкәртеү” компетенциялары буйынса оҫтаханаларҙа “Слесарь эштәре буйынса оҫта” һәм “Машиналар эшләү технологияһы” һөнәре йүнәлешендә WorldSkills Russia  стандарты буйынса  демонстратив имтихан форматында   аттестация үткәреү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.

Оҫтаханалар студенттар менән дәрестәр үткәреү өсөн генә түгел, “Йәш профессионалдар” төбәк чемпионаттарын һәм күрһәтеү имтихандарын уҙғарыу, һөнәри йүнәлеш биреү сараларын ойоштороу, төрлө йәштәгеләрҙе һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә һөнәр биреү программаһын тормошҡа ашырыу, Ворлдскиллс стандарттары буйынса пенсия алды  йәше  граждандарына белем биреү өсөн  ҡулланыла.  Был иһә социаль партнерҙар һәм эш биреүселәр араһында  бәйләнеште нығытырға булышлыҡ итә.  

 Оҫтаханаларҙы асыу сараһында “Башҡортостан Республикаһының алдан һөнәри әҙерлек үҙәге” учреждениеһынан, “Станоктар төҙөү” фәнни-етештереү берекмәһенән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының һөнәри белем биреү ойошмаларынан вәкилдәр ҡатнашты.

 Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.

Фото: gtrk.tv

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Ике оҫтахана асылды
Ике оҫтахана асылды
Автор:
Читайте нас: