Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Август 2022, 10:04

Дүртөйлөләр яңы йылда өй туйлай

Халыҡты иҫке торлаҡтан күсереүгә 53 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Дүртөйлөләр яңы йылда өй туйлай
Дүртөйлөләр яңы йылда өй туйлай

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы республика программаһының дүртенсе этабы тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Башҡортостан Республикаһында йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” төбәк проекты буйынса халыҡты иҫке торлаҡтан күсереүгә 53 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.

Льготалы категорияларға ингән граждандарға Дүртөйлө ҡалаһының Ф. Зайлалов урамында төҙөлгән күп фатирлы йорттан фатир бирелә. Граждандарҙы күсереү өсөн һатып алынған фатирҙарҙың майҙаны – бер мең квадрат метр самаһы, ә был йорттағы торлаҡ бүлмәләрҙең майҙаны – 4800 квадрат метрҙан ашыу. Әле йорт 75 процентҡа әҙер. Унда яңы йылда өй туйлау күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/294155

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/294155

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Дүртөйлөләр яңы йылда өй туйлай
Дүртөйлөләр яңы йылда өй туйлай
Автор:
Читайте нас: