Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Июль 2022, 11:31

Төп маҡсат – агротуризмды һәм спорт балыҡсылығын үҫтереү

Проект Ҡашҡа ауыл Советы биләмәһендә тормошҡа ашырыла. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Төп маҡсат – агротуризмды һәм спорт балыҡсылығын үҫтереү
Төп маҡсат – агротуризмды һәм спорт балыҡсылығын үҫтереү

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хакимиәткә бағыр быуаһы төҙөлөшөн тамамлау буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап урындағы йүнсел мөрәжәғәт итте. Проекттың төп маҡсаты – агротуризмды һәм спорт балыҡсылығын үҫтереү.

Идея Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”)  ярашлы уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә ҡаралды.

Проектты ахырына еткереү өсөн йүнселгә төҙөлөш материалдары һәм балыҡ үрсетеү материалы һатып алырға кәрәк. Финанслауҙың дөйөм күләме өс миллион һум самаһы тәшкил итә. Эшҡыуар милкендә 11 гектарҙан ашыу ер участкаһы бар. Проект Ҡашҡа ауыл Советы биләмәһендә тормошҡа ашырыла.

– Балыҡ үрсетеү менән күптән шөғөлләнәм. Ҡасандыр селбәрә һатып алып быуаға ебәргәйнем. Балыҡ тоторға теләгәндәр етерлек. Шуға күрә артабан үҫергә, ғәмәлдәрҙе замансалаштырырға кәрәк, – ти эшҡыуар.

Район хакимиәтендә уға проектты йәнә бер йүнсел менән берлектә тормошҡа ашырырға тәҡдим ителде.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов проектты тикшереү йомғаҡтары буйынса бер нисә күрһәтмә бирҙе. Мәсьәләне август башында ҡайтанан тикшерергә ҡарар ителде. Унда мөрәжәғәт итеүсегә аҡсалата ярҙам күрһәтеү алымы тәҡдим ителәсәк.

 

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/467672/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/284090

Автор:Лилия Давлетбакова
Төп маҡсат – агротуризмды һәм спорт балыҡсылығын үҫтереү
Төп маҡсат – агротуризмды һәм спорт балыҡсылығын үҫтереү
Автор:
Читайте нас: