Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июнь 2022, 09:50

Ҡыҙҙар балаҫ һуғырға өйрәнә

"Боронғо кәсепте һаҡларға һәм үҫеп килгән быуынға тапшырырға тырышам”, - ти Саҡмағош оҫтабикәһе Лүзә Байбәкова.  

Ҡыҙҙар балаҫ һуғырға өйрәнә
Ҡыҙҙар балаҫ һуғырға өйрәнә

Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылы моделле китапханаһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында “Быуындарҙы бәйләп” проекты тормошҡа ашырыла. Ул уҡыусыларҙы халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, оҫталыҡтың күсәгилешлелеген һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ҡуйған бурыстарҙы ла тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

“Келәм һуғыу иленә сәйәхәт” дәресе лә ошо маҡсатта үткәрелгән. Был боронғо ҡул эше төрө Иҫке Ҡалмаш ауылы биләмәһендә генә түгел, ә тотош Саҡмағош районында ла таралған. Милли келәмдәрҙә донъяны эстетик ҡабул итеүҙең күп быуатлыҡ тәжрибәһе тормошҡа ашырылған, башҡорт халҡы мәҙәниәтенең үҙенсәлеген сағылдырған художестволы традициялар һаҡланған, ти китапхана хеҙмәткәрҙәре.

Был дәрес өсөн китапханала келәмдәр, балаҫтар, панно һәм башҡа ҡул эштәре йыйылған. Урындағы халыҡтың йорттарында һаҡланған был әйберҙәр – ысын мәғәнәһендә мәҙәни-тарихи хазина.

Осрашыуҙы ауыл оҫтаһы, китапхана эше ветераны, китапхана ҡарамағындағы музейға нигеҙ һалған Лүзә Байбәкова үткәргән. Ул балаларға балаҫ һуғыу серҙәре, туҡыу станогында эшләү нескәлектәре хаҡында һөйләп, белемен һәм тәжрибәһен тапшырған, боронғо кәсеп нигеҙҙәрен өйрәткән. Ҡатнашыусылар үҙенсәлекле милли биҙәкле, сағыу төҫлө балаҫтарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарап, оҫтабикәнең тәжрибәһен ихлас үҙләштергән: еп урау, биҙәктәр төшөрөү, төҫ һайлау, әҙер келәмде махсус ҡулайламалар менән тарау серҙәрен үҙләштергән.

“Сәнғәттең тап ошо төрө менән шөғөлләнеүем менән ғорурланам, боронғо кәсепте һаҡларға һәм үҫеп килгән быуынға тапшырырға тырышам”, - ти оҫтабикә Лүзә Ғайса ҡыҙы.  

Фото: vk.com/wall-1633894 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-06-27/t-r-ne-yaryp-yg-in-l-r-2854627
Автор:
Читайте нас: