Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2022, 08:15

1 сентябрҙә – яңы мәктәпкә

Асҡын ауылының 2-се мәктәбендә ремонт эштәре ҡайнай.

1 сентябрҙә – яңы мәктәпкә
1 сентябрҙә – яңы мәктәпкә

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йүнәтеү эштәре “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бара.

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов мәктәптә ремонт эштәре буйынса күңәшмә  үткәрҙе. Унда подряд ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ремонт апрелдә башланған. Әле планлаштырылған эштәрҙең 45 проценты башҡарылған. Тәҙрәләре алмаштырылған, йылытыу селтәре яңыртылған. Әле ҡыйығында эштәр бара, электр селтәрҙәре яңыртыла, бинаның йөҙө йылытыла, иҙәндәре эшләнә, стеналар штукатурлана, янғын сигнализацияһы ҡуйыла. Ашхана ла СанПин нормаларына ярашлы ремонтлана.

Объектты августа тапшырырға йыйыналар. Ремонт өсөн республика ҡаҙнаһынан 70 миллион һум аҡса бүленгән.

Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-06-24/1-sentyabr-ya-y-m-kt-pk-2852292?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Автор:
Читайте нас: