Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Июнь 2022, 10:15

Йәш йүнселдәр грант алырға теләһә...

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә уҡытыу 25 йәшкә тиклемге йәш йүнселдәргә булышлыҡ итеүҙең яңы программаһы буйынса грант алыу өсөн мотлаҡ шартты тәшкил итә. Ул быйыл бизнесҡа көрсөккә ҡаршы ярҙам күрһәтеү саралары сиктәрендә әҙерләнде.

Йәш йүнселдәр грант алырға теләһә...
Йәш йүнселдәр грант алырға теләһә...

Башҡортостанда был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектына ярашлы ғәмәлгә индерелде.

“25 йәшкә тиклемге йүнселдәргә шәхси проекттарын тормошҡа ашырыуға 100 – 500 мең һум күләмендәге гранттарға ихтыяж ҙур. Ул граждандарҙы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле алымын тәшкил итә. Уҡыуҙы Башҡортостандағы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының “Бинең бизнесым” үҙәге бушлай ойоштора. Уҡып сыҡҡандан һуң эшҡыуарҙарға грант алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле документ – сертификат тапшырыла, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Әйткәндәй, программала Башҡортостанда теркәлгән һәм эшләгән шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр ҡатнаша ала. Йәш йүнселдәр, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнеүҙән тыш, проектының бизнес-планын, маркетинг стратегияһын төҙөй,  заманса IT ҡарарҙарын, шулай уҡ бизнесты үҫтереү алымдарын үҙләштерә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/274951

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-06-21/y-sh-y-nseld-r-grant-alyr-a-tel-2849066

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас: